0%

Өләсәйем(шиғыр). Фәүзиә Юлдашбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өләсәйем ( шиғыр )
автор Фәүзиә Юлдашбаева
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Өләсәйем


Өләсәйем — йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
 


2006 йыл